Шишмә районындағы «Турахан» Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейы майҙанында яңы арт-объекттар барлыҡҡа киләсәк. Уларҙы бәләкәй кәшәнә эргәһендә төҙөү планлаштырыла.
Февраль аҙағында «АрхТамға» эксперт-проект бюроһы архитекторҙар араһында иң яҡшы инсталяция йәки арт-объект конкурсын иғлан иткәйне. Уның приз фонды 350 мең һум. Бәйге яңы ысулдар аша күсмә халыҡтарҙың, уларҙың мәҙәни кодын күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Конкурс комиссияһы Рәсәйҙең 17 ҡалаһынан 150-нән ашыу ғариза ҡабул иткән. Ойоштороусылар фекеренсә, һәр эш ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле, ти ойоштороусылар. Еңеүсе проектты быйыл йәй Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейы майҙанында үтәсәк «АрхТамға» фестиваленә ҡарай төҙөү планлаштырылған.
Конкурста Өфөнән «Бетеү», Ҡазандан «Мәңгелек усаҡ» һәм Санкт-Петербургтан «Ялан рухы» проекттары еңеү яулаған. Уларҙың тәүге икәүһе тормошҡа ашырыласаҡ. Бынан тыш, «Тамашасылар һөйөүе» призына дәғүә итеүселәр өсөн «АрхТамға» телеграм-каналы аша 15 майға тиклем тауыш бирергә мөмкин. Конкурсҡа килгән проекттарҙың уңышлы булыуын иҫәпкә алып, уларҙың бер өлөшөн Шишмә районында ғына түгел, Башҡортостандың башҡа туристик урындарында төҙөү планлаштырыла.




