Өфөлә «Нацизмһыҙ донъя өсөн» тип исемләнгән халыҡ-ара йәштәр форумы уҙҙы

Сарала «Георгий Димитровтың 1933-1941 йылдарҙағы көндәлеге» китабының исем туйы уҙҙы. Көндәлектең быға тиклем Рәсәйҙә баҫылмаған өлөшө Коминтерндың һәм Советтар Союзының фашизмға ҡаршы көрәше тураһында яңы мәғлүмәттәр асыуы менән әһәмиәтле. Китап йәмәғәтселеккә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы һәм Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге тырышлығы менән тәҡдим ителде. Республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто менән Милли китапхана берлектә сығарған «Еңеү альманахы» ла Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнала.

Форумда шулай уҡ федераль проект буйынса төшөрөлгән «Вывести на чистую воду» тигән фильм да тәҡдим ителде. Уның йөкмәткеһе Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә нигеҙләнә. Фильмдың авторы - БСТ телеканалы журналисы, хеҙмәттәшебеҙ Эмиль Бассариев. Фильм 1942-45 йылдарҙа совет биләмәләрендә немец оккупацияһы ваҡытында Советтар Союзы граждандарына ҡарата енәйәттәр ҡылған Башҡортостан вәкилдәре тураһында. Проект өҫтөндә эш барышында архивҡа һалынған тәфтиш материалдарының сере асылған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ