Тәүҙә зарядкаға, артабан етди эшкә. Әбйәлил районында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына 80 шыршынан торған аллея барлыҡҡа килде.
Ағас ултыртыу башланғансы район халҡы билдәле ММА һуғышсыһы, панкратион буйынса донъя чемпионы Венер Ғәлиев менән зарядка яһаны. «Башҡорт» ҡушаматлы спортсы күптәрҙең, бигерәк тә балаларҙың кумиры. Шуға күрә унан кәңәш, физик сынығыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре алыу өсөн акцияға ҙур теләк менән ҡушылдылар.
Ошо уҡ көндә Йәлембәт ауылында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған аллея барлыҡҡа килде. Акцияла ҡатнашыусылар 80 төп шыршы ултыртты. Ауылдан һуғышҡа 79 кеше киткән. Тыуған яғына уларҙың яртыһы ғына әйләнеп ҡайтҡан. Киләсәк быуын улар тураһындағы мәңгелек хәтерҙе һаҡларға тейеш, ти акцияны ойоштороусылар.



