Красноусол ауылында балалар парады уҙҙы

Мәктәпкәсә йәштәге балалар Бөйөк Еңеүҙе тәбрикләй! Красноусол ауылында балалар парады уҙҙы. Унда биләмәләге 4 балалар баҡсаһынан 123 тәрбиәләнеүсе ҡатнашты. Шулай уҡ Красноусол башҡорт гимназияһы кадеттары, «Юнармеецтар» клубы тәрбиәләнеүселәре, «Десант» эҙәрмәндәр клубы ағзалары һәм хәрби бәрелештәр һәм сик ғәскәрҙәре ветерандары ла тигеҙ сафтарға теҙелде. Парадты 2-се ранг капитаны, Ғафури районы хакимиәте башлығының мобилизация мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Владимир Герасимов ҡабул итте.

Ҙур парадтарҙың ҡыҫҡартылған күсермәһен хәтерләткән сарала һуғыш геройҙары иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде, батырҙар һәйкәленә сәскә һалынды. Кескәйҙәр парады биләмәлә былтыр көҙҙән дауам иткән илһөйәрлек проектын тамамланы. Уның барышында балалар Бөйөк Ватан һуғышы тарихы менән танышҡан, тематик осрашыуҙарҙа, викториналарҙа ҡатнашҡан. Малай-ҡыҙҙар «Һуғыш юлдары буйлап» тип исемләнгән спектакль дә сәхнәләштергән. Проект Башҡортостан башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ