«Роснефть» составына ингән «Башнефть» компанияһы ирекмәндәре Еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилейы алдынан Ишембайҙа «Беренселәр Хәрәкәте» активистары менән берлектә экологик-патриотик акция үткәрҙе. Акцияла 50-нән ашыу ирекмән ҡатнашты. Улар «Ватан өсөн һуғышта һәләк булған Ишембай нефтселәренә» хәрби мемориал биләмәһен таҙартты, тоннанан ашыу ҡоро һәм көнкүреш сүп-сары йыйып сығарылды, бордюрҙар буялды, тирә яҡты ҡоротҡостарҙан һаҡлау саралары күрелде. Шулай уҡ «Беренселәр Хәрәкәте» уҡыусылары республиканың нефть сәнәғәте ветерандары менән аралашты.




