Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров Шишмә районында Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған тантаналы митингта ҡатнашты. Ул 12-се айырым гвардия инженер бригадаһында булды. - Инженер ғәскәрҙәр - беҙҙең армия ғорурлығы. Бөгөн һеҙ махсус хәрби операция барышында бурыстар үтәйһегеҙ 800-ҙән ашыу яугир дәүләт наградаларына күрһәтелгән. Бөгөн беҙ Советтар Союзы Геройы, билдәле хәрби инженер Дмитрий Карбышевтың бюсын асабыҙ. Беҙҙең бурыс - Тыуған ил именлеге өсөн ғүмерен аямай көрәшкәндәрҙе хөрмәтләп иҫкә алыу, ошо хәтерҙе балалар һәм ейәндәребеҙгә тапшырыу, тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы хәрбиҙәргә генерал Шайморатов ордены һәм миҙалдарын тапшырҙы, бригаданың хәрби дан мемориалына сәскә һалыу сараһында ҡатнашты.




