Республика террорға ҡаршы комиссия ултырышында тейешле күрһәтмә бирелде. Радий Хәбиров белдереүенсә, Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығы илебеҙ өсөн иң мөһим байрам. -Тантаналы сараларҙа һәм акцияларҙа халыҡ күпләп ҡатнашасаҡ. Беҙ төрлө хәлдәргә әҙер булырға тейешбеҙ, - тине Радий Хәбиров.




