Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ишембай районы Верхотор ауылын төҙөкләндереү барышы менән танышты. Республика етәксеһе үҙенең социаль селтәрендә эштең аҙағына яҡынлашыуы тураһында яҙҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Верхотор ауылы 2023 йылда бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй иң яҡшы проекттар конкурсында еңеү яуланы.



