Радий Хәбиров Шишмә районында инженер бригадаһы яугирҙарына наградалар тапшырҙы

Рәсәй Ҡораллы көстәренең ғорурлығы. Еңеү көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Шишмә районында 12-се айырым Гвардия инженер бригадаһы урынлашҡан биләмәлә булды. Радий Хәбиров 9 майға арналған тантаналы митингта ҡатнашты, шулай уҡ батырлыҡ күрһәткән яугирҙарға дәүләт наградалары тапшырҙы. Эш сәфәренән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Бригаданың тулы исеме уның ҡаһарман үткәне тураһында һөйләй. Инженер ғәскәрҙәре менән Рәсәй хәрби йылъяҙмаһының тарихи биттәре бәйле. Измаилды штурмлауҙан алып Бородин алышына, Бөйөк Ватан һуғышынан махсус хәрби операцияға тиклем. Башҡортостан Башлығы инженер бригадаһы командованиеһы менән Хәрби дан мемориалына сәскәләр һалды.

Айырым гвардия инженер бригадаһы тарихы бик күп әһәмиәтле даталарҙы, ваҡиғаларҙы һәм ҡаһарманлыҡ осраҡтарын үҙ эсенә ала. 1 мең 400-гә яҡын орден, 2 мең миҙал, ете Советтар Союзы Геройы берләшмәнең хәрби юлы ҡан һәм дан менән яҙылған. Күп кенә хәрби хеҙмәткәрҙәр хәҙер махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә.

Геройҙар һаны арта. Радий Хәбиров батырлыҡ күрһәткән яугирҙарға Шайморатов ордендарын һәм миҙалдарын тапшырҙы. Дәүләт наградалары менән айырым Гвардия инженер бригадаһының 14 хәрби хеҙмәткәре билдәләнде. Был егеттәрҙең өлгө алырлыҡ шәхесе бар. Часть биләмәһендә инженер ғәскәрҙәре генерал-лейтенанты Дмитрий Карбышевтың бюсы асылды. Уның сыҙамлығы Һәм батырлығы Ватанға тоғролоҡ һәм ҡаҡшамаҫ ихтыяр символына әүерелде, тип билдәләне республика башлығы. Советтар союзы геройы Рус-япон, Беренсе донъя, совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнаша. 1941 йылда нацистар әсирлегенә эләгеп, дошман менән хеҙмәттәшлек итеүҙән баш тарта. Тыуған иленә хыянат итмәйенсә батырҙарса һәләк була.

Алкин-2 ауылы урта мәктәбе уҡыусылары ла үҙҙәренең геройҙарын онотмай. Белем биреү учреждениеһына 2017 йылда Сүриәлә махсус бурыстарын үтәгәндә һәләк булған полковник Рөстәм Абзаловтың исеме бирелгән. Радий Хәбиров мәктәп музейында булды, унда төрлө йылдарҙағы хәрби артефакттар ҡуйылған. Башҡортостан башлығы өсөн экскурсияны 9-сы класс уҡыусылары үткәрҙе.

5 йыл элек мәктәптә «Ҡанатлан» республика белем биреү проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуле буйынса яңы стоматология кабинеты асылды. Башҡортостан башлығы балаларҙың тештәрен дауалау шарттарын юғары баһаланы.

Алкин-2 ауылындағы мәктәпкә яҡын-тирәләге ете тораҡ пункттан 612 бала белем ала. 1986 йылда төҙөлгән бинаның ҡыйығын капиталь ремонтлау, тәҙрәләрен алмаштырыу, фасадын яңыртыу талап ителә. Радий Хәбиров республиканың Мәғариф министрлығына тәү сиратта ҡыйыҡты тәртипкә килтерергә ҡушты.

Шулай уҡ Алкин-2 ауылында ихаталар һәм тротуарҙар яңыртыла. Башҡортостан башлығы ауылдаҙы башҡа соцаль мәсьәләләрҙе лә хәл итеү бурысын йөкмәтте, улар бында йәшәгән хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә уңайлыраҡ тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Рәмзиә Кәримова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ