Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған илһөйәрлек комплексы оло быуын вәкилдәренең ҡаһарманлығы, туған илгә һөйөү, батырлыҡ тураһында һөйләй. Быуындар ҡыңғырауы мемориалында 1945-2025 һандары яҙылған, ә уртаһында СССР-ҙың юғары хәрби наградаһы «Еңеү» ордены урын алған. Бронза мемориал Вадим Гәрәев тәҡдиме менән төҙөлгән. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы замандашыбыҙ башҡа ветерандар менән берлектә Еңеү бүләк итеүселәрҙең исемен мәңгеләштергән.



