Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған Еңеү вальсы республика акцияһы үтте. Өфөнөң Совет майҙанында колледж һәм вуз студенттары вальс бейеп оло быуын вәкилдәренә рәхмәт һәи ихтирам хистәрен еткерҙе. Байрамса кейенгән биш йөҙ пар билдәле йырҙар көйөнә вальс әйләнде. Майҙанда «Катюша», «Өфө йүкәләре», «Шайморатов генерал» һәм башҡа йырҙар яңғыраны. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Яҙғы вальста - рәхмәт тойғолары. Бер төркөм йәштәр Совет майҙанында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан вальс әйләнде. Уҡыусылар, студенттар 1945 йылдың 9 майында олатай-өләсәйҙәр башҡарған байрам вальсын бейене. Ҡояшлы, матур көн дә Еңеү вальсына йәм өҫтәне.
Еңеү вальсы илһөйәрлек акцияһы былтырҙан республиканың мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан ойошторола. Быйыл Еңеү вальсына меңгә яҡын кеше ҡушылып, 500 пар билдәле көйҙәргә бейене.
Еңеү вальсы акцияһы, «Катюша», «Өфө йүкәләре», «Шайморатов генерал» һәм башҡа билдәле йырҙар бейеүселәрҙе берләштерҙе. Йәштәр Бөйөк Еңеүҙе килтергән быуын вәкилдәренә рәхмәт әйтеп, байрам кәйефе бүләк итте.
Флорида Ким



