Бөйөк Ватан һуғышында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Баймаҡ-Өфө велоуҙышы» тамамланды

Баймаҡ районынан ете ир-уҙаман бөгөн иртәнге сәғәт 12-лә Өфөгә килеп етте. Дуҫлыҡ монументында велосипедсыларҙы Баймаҡ районы районы хакимиәте, Башҡортостан йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы вәкилдәре, баш ҡалала йәшәүсе яҡташтары ҡаршы алды.

Еңеү- халҡыбыҙ өсөн изге төшөнсә.Дуҫлыҡ монументына иртә менән ағылыусы баймаҡтар өсөн дә был иң ҡәҙерле һүҙ. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Баймаҡ-Өфө» ведоуҙышы командаһын ҡаршыларға халыҡ дәррәү йыйылған.

Хәтерегеҙгә төшөрөбеҙ,»Баймаҡ-Өфө велоуҙышы» командаһы1 майҙа Баймаҡтан Өфөгө тарихи сәфәргә юлланды. 8 көнлөк маршрутта ҡатнашыусылар командаһы республиканың алты районы биләмәләре аша 400 саҡрымдан ашыулыҡ юлды уңышлы үтте.Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙгә Еңеү яулаусыларға ихтирам һәм хөрмәт йөҙөнән ойошторолған илһөйәрлек сраһында ҡатнашыусылар 8 майҙа көндөҙгө сәғәт 12-гә Дуҫлыҡ монументына килеп туҡтаны.

Тарихи сәфәрҙә ҡатнашыусылар сәксәк менән ҡымыҙҙы тәмләне. Баймаҡ районы хакимиәте ярҙамы менән ойошторолған велоуҙышсылар яҡшы физик әҙерлек һәм рух көсө арҡаһында маҡсатына иреште. Велоуҙышта ҡатнашыусылар профессиональ ҡына спорт түгел, спорт менән етди шөҙөлләнеү ҙур донъяға ишек аса тигән фекерҙә.

Ата-бабалары рухына оҙон юл үтеүселәрҙең сәләмәт тормошто һайлауы үҫеп килеүсе йәштәргә яҡшы өлгө булып тора.

Велоуҙышсыларҙы Башҡортостандың халыҡ артисы Рәшиҙә Туйсина тәбрикләне.

Бейеү алиһәһе үҙенең тыуған көнөндә лә Еңеү яҙын килтереүселәргә ҡәҙер һәм хөрмәт күрһәтеүселәр менән бергә булыуҙы хуп күрҙе.

Дуҫлыҡ монументы алдындағы майҙанда Ҡөрьән-Кәримдән изге доғалар ҙа яңғыраны, Хәмзә хәҙрәт яҡташтарына йән һаҡлау доғаларын таратты. Шәхси эшҡыуар Гөлфирә Хәбибуллина иһә велосипедсыларға ҡамсат бүректәр кейҙерҙе.

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Баймаҡ-Өфө» велоуҙышында ҡатнашыусылар ҡуйған маҡсатына иреште. Киләсәктә Баймаҡ ир-уҙамандары Еңеү хаҡына был маршрутты һыбай үтергә ниәтләй.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ