Өфөлә Еңеү көнө Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды

Өфөлә Бөйөк Еңеү көнөн байрам итеүҙең рәсми өлөшө Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәм Ватан өсөн яуҙа һәләк булыусылар һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, республика Хөкүмәте, Федерация Советы вәкилдәре, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, ветеран ойошмалары ағзалары һәм махсус хәрби операция яугирҙары ҡатнашты. Майҙанда Бөйөк Ватан һуғышында нацистарға ҡаршы ҡаһармандарса көрәшкән һәм киләсәк быуындарҙың тыныс тормошо өсөн ғүмерен биргән Ҡыҙыл армия һалдаттары хөрмәтенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ