Өфөлә Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан илһөйәрлек митингы үтте

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров күп милләтле республика халҡы исеменән «Мәңгелек үт» мемориалына сәскә гөлләмәләре һалды. Һуғыш ҡорбандары, ҡаһарман һалдаттар, хәбәрһеҙ юғалған яугирҙар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙе яҡынайтҡан һәр һалдат иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ. Бөйөк байрамдың 80 йыллығы уңайынан Еңеү паркында илһөйәрлек митингы ойошторолдо. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Мәңгелек ут» мемориалына сәскә гөлләмәләре һалды. Һуғыш ҡорбандары, ҡаһарман һалдаттар, хәбәрһеҙ юғалған яугирҙар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды.

Төбәк етәксеһе ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәев ҡәберенә, Миңлеғәле Шайморатов һәм Таһир Кусимов бюстарына, герой-десантниктар һәйкәленә сәскә һалды. Өфөнөң Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл дә иғтибар үҙәгендә булды. Ҡаһарман яҡташыбыҙға таш һын былтыр 9 майҙа асылды. Ғәзи Заһитов 1945 йылдың 30 апрелендә Берлинда Рейхстагҡа тәүгеләрҙән булып Еңеү байрағын ҡаҙай. Илһөйәрлек митингында олатай-өләсәйҙәренә оло рәхмәтен еткерергә теләүселәр күп булды.

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған байрам саралары 9-cы май көнө менән генә сикләнмәй. Иҫтәлекле дата уңайынан республиканың бөтә-район ҡалаларында ағастар ултыртылды, бөтә обелисктар һәм хәтер мемориалдары тәртипкә килтерелде.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ