Өфөнөң Октябрь проспектында ойошторолған «Үлемһеҙ полк» акцияһы 200 меңгә яҡын кешене берләштерҙе. Һуғышта ҡатнашып, Ватан данын яҡлаған ата-бабаларҙың, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡаһармандарса һәләк булғандарҙың фотоларын тотоп сыҡҡан халыҡ - берҙәмлек һәм рух ныҡлығын сағылдырҙы. Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң уҙған илһөйәрлек сараһынан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы.
Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынғандан һуң меңдәрсә кешенән иҫәпләнгән колонна алға ҡуҙғалды. Өфөнөң иң иркен, киң урамдарының береһе - Октябрь проспекты буйлап йәнә «Үлемһеҙ полк» ағыла. Мәртәбәле акцияла ҡатнашыусылар - Еңеүселәр быуыны вариҫтары фашизмды ҡыйратҡан һалдаттар, тыл хеҙмәтсәндәре менән сикһеҙ ғорурлана.
Рядовойҙар ҙа бар бында, полк командирҙары ла... Фотоларҙан баҡҡан ғорур йөҙҙәр - ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө. Һәр ғаиләнең дәһшәтле йылдарға бәйле үҙ тарихы бар. Үҙ геройы... 112-cе Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарының яҡындары ла колонна составында үтеп, хәтирәләре менән уртаҡлашты
Башҡортостан район-ҡалаларында акция һуңғы тапҡыр 2022 йылда уҙғарылғайны. Унан һуң ул хәүефһеҙлек талаптары буйынса онлайн-форматта ойошторолдо. Һәм ниһайәт, урамдарҙа - йәнә Үлемһеҙ полк атлай. Өфөләге илһөйәрлек сараһында ғына ике йөҙ меңгә яҡын кеше бер колонна булып алты саҡрым ара үтте. Республика башлығы Радий Хәбиров та ғаиләһе менән бергә акцияға ҡушылып, тап ошондай изге башланғыстарҙың халыҡтарҙы берләштереүсе көскә эйә булыуын билдәләне.
2012 йылда Томск ҡалаһында башланған хәрәкәт йәшен тиҙлегендәй тотош ил буйынса халыҡтың яратҡан байрамына әүерелде. Илһөйәрлек сараһына быйыл күптәр тотош ғаиләләре менән сыҡҡайны, бер рамға тиҫтәгә яҡын фото беркетеүселәр ҙә булды.
«Үлемһеҙ полк» сикһеҙ дарьяны хәтерләтә. Халыҡ ағымы туҡтамай. Кешеләр эргәләге йорттарҙан, урамдарҙан сығып ҡушыла. Төрлө район-ҡалаларҙан килеп ҡатнашыусылар ҙа бар. Барыһының да күңелендә, йөрәгендә - Еңеүселәр быуынына дан.
Еңеүҙең 80-cе яҙы, ысынлап та, онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте: баш осона тулҡындай күтәрелгән портреттар, беренсенән, хәтирәләрҙе яңыртһа, икенсенән, халыҡ берҙәмлеге көсөн дә күрһәтте. Тыуған ил көсөн..
Гөлназ Хәйбуллина



