Башҡортостан - батырҙар төйәге һәм Ватандың ышаныслы ҡалҡаны, тине Радий Хәбиров Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған тантаналы ултырышта ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп. Ысынлап та, республика батыр ул-ҡыҙҙары менән дан тота. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының ҡаһарманлығын бөгөн махсус хәрби операцияла уларҙың вариҫтары дауам итә. Тантаналы ултырышта махсус хәрби операцияла һәләк булған Илдар Суфияровҡа Рәсәй геройы исеме тапшырылды, бер төркөм яугирҙарға дәүләт наградалары бирелде. Байрам геройҙары менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова аралашты.
Быйыл илебеҙ халҡы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләй. Һуғыш михнәтен үҙ иңендә татыған ветерандарҙың сафы йылдан-йыл һирәгәйә, аслыҡ-яланғаслыҡты кисергән тыл эшсәндәре кәмей. Әммә хәтер-мәңгелек. Бөйөк Ватан һуғышы, яу һәм тыл ҡаһармандары тураһында хәтирәләр һәр ғаилә тарихында йәшәй.
Был дәһшәтле йылдарҙа һуғыш еле ҡағылмаған бер ғаилә лә ҡалмай. Ҡулына ҡорал тоторлоҡ ир-егеттәр фронт һыҙығына юллана, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға заводтарҙа, баҫыуҙарҙа бил бөгә. Нурислам Вәлиев Өфө тимер юл вокзалы ҡаршыһындағы фронтҡа киткән яҡташтарға ҡуйылған һәйкәлдең авторы. Был композицияға бар күңелемде һалдым, ти һуғыш осоро балаһы.
Тантаналы ултырышта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға дәүләт наградалары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында Туймазы районынан Ринат Ғарифуллин да бар. Дин әһеле алғы һыҙыҡта Урал машинаһының водителе була, яугирҙарға аҙыҡ-түлек, яғыулыҡ-майлау материалдары ташый.
Был ир-егеттәребеҙ бөгөн ата-олатайҙарының данлы юлын дауам итеп именлеге һағында тора. Улар яу ҡырында ла, байрамда ла бергә. Салауат Юлаев исемендәге батальон егеттәре алғы һыҙыҡтан Еңеү парадында ҡатнашыу өсөн ҡайтҡан. Яугирҙар расчеты 3-сө дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
Ир-егеттәребеҙ ил именлеге өсөн көрәшкәндә Башҡортостан яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн ныҡлы тыл, терәк булып тора, тине Радий Хәбиров. Әле 40-тан ашыу ярҙам сараһы ҡаралған, республика гуманитар ылау менән даими ярҙам итә.
Еңеү байрамы һәр заманда ла Ватанға тоғролоҡ, илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып ҡала. Тантаналы ултырышта ҡатнашыусылар ил именлеге өсөн һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды, хәрби йырҙарҙан төҙөлгән концерт программаһын ҡараны.
Бөйөк Еңеү көнө тотош ил халҡын берләштергән оло байрам. Йылдар үткән һайын беҙ был дәһшәтле осорҙоң әһәмиәтен, мәғәнәһен нығыраҡ аңлайбыҙ. Еңеү көнөн яҡынайтҡан яугир атай-олатайҙарыбыҙҙың тиңһеҙ ҡаһарманлығы алдында баш эйәбеҙ, улар беҙҙең хәтерҙә, күңелдә, йөрәктә йәшәй. Һәм был хәтер сылбыры бер ваҡытта ла өҙөлмәйәсәк. Быуындан -быуынға күсеп киләсәккә тапшырыласаҡ.
Рәмзиә Кәримова



