Бөйөк Еңеү уңайынан тантаналы саралар республиканың төрлө район-ҡалаларында гөрләне

Бөйөк Еңеү уңайынан тантаналы саралар республиканың төрлө район-ҡалаларында гөрләне. Халыҡ «Үлемһеҙ полк» акцияһына ҡушылып, ғорурлыҡ менән ата-бабаларының портреттарын һауаға күтәрҙе. Һуғыш йылдары йырҙарын яңғыратты, хәтерҙе яңыртты.

Тигеҙ сафта Нефтекама ҡалаһы уҡыусылары, йәш армеецтар, ветеран ойошмалары ағзалары, предприятие хеҙмәткәрҙәре атлай. Парадты махсус хәрби операция яугиры Фидель Ғилметдинов етәкләй. Майҙандан һуғыш йылдары йырҙары оҙатыуында ретро машиналар һәм мотоциклдар колоннаһы уҙа. Ә «Үлемһеҙ полк» ун меңгә яҡын кешене берләштерҙе.

Хәйбулла районында Бөйөк Ватан һуғышынының берҙән-бер шаһиты Фәтхулла Юламанов байрам тантанаһының төп ҡунағы булды. Ветеранға 101 йәш. Ә Бүребай ауылында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына уңайынан асылып, ошондай исем йөрөтәсәк мәҙәниәт һәм ял паркының нигеҙ ташы һалынды. Төҙөлөш киләһе йылға тамамланыр, тип көтөлә.

Иглин районында ла Бөйөк Еңеү юбилейы уңайынан «Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған» тигән яңыртылған обелискыға сәскәләр һалынды. Киләсәк быуын өсөн ғүмерен йәлләмәй дошманға ҡаршы көрәшеп һәләк булған яҡташтар хөрмәтенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.

Красноусол ауылында балалар өсөн айырым парад ойошторолдо. Кескәйҙәр Ҡыҙыл арнмия ғәскәрҙәре кейемендә Еңеү паркында геройҙар һәйкәленә сәскә һалды. Архангел районы үҙәгендә лә киләсәк быуын өсөн баш һалған яугирҙарҙы тантаналы шарттарҙа иҫкә алдылар. Парадта ҡатнашыусылар бер түгел, икешәр ветеран портреты тотҡан.

Әбйәлилдәр ҙә Бөйөк Еңеүгә өлөш индергән ата-бабаларына рәхмәтле. Район үҙәгендә үткән маршҡа һыбайлы ҡыҙҙар ҡушылды. Улар район һәм республика кимәлендәге ат ярыштары еңеүселәре. Асҡарҙар «Үлемһеҙ полк» Бөтә Рәсәй акцияһынан да ситтә ҡалманы.

Кавалеристар Бөрйәндәге тантаналы маршта ла ҡатнашты. Бөйөк Еңеү көнөндә республиканың төрлө район-ҡалаларында тантаналы саралар гөрләне. Һәр тарафта ла ватандаштарыбыҙ һуғыш афәтенән ҡотҡарған ата-бабаларыбыҙҙы иҫкә алды.

Рәзилә Ғилметдинова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ