Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһында берҙәм мәғлүмәт базаһын булдырырға тәҡдим итә. Ошо турала закон проекты әҙерләнгән, ул Дәүләт Думаһы ҡарауына тапшырыла. Берҙәм интернет-ресурста һуғыштан әйләнеп ҡайтҡандар, һәләк булғандар, хәбәрһеҙ юғалғандар тураһында мәғлүмәттәр туплана. Архивтағы документтарға һылтанмалар күрһәтелә. Парламент рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, берҙәм база ветерандарҙың туғандарына, тарихсыларға файҙалы. Ул Еңеү тураһында хәтерҙе һаҡлау мөмкинлеген бирә.




