Бөгөнгә 350 мең кеше үҙ исеменә кредит алыуға сикләү ҡуйған. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика ил төбәктәре араһында 4-се урында. Рәсәйҙә 10 миллион 300 меңдән ашыу кеше кредит алыуҙан баш тартҡан. Бындай ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталында бирергә мөмкин.




