Бөйөк Еңеү байрамында Өфөнөң бөтә райондарында ла тантаналы саралар уҙҙы

Аксаков баҡсаһында быуаға аҡҡоштар ебәрелде. «Тулҡын» паркында халыҡ авиошоуға тамаша ҡылды. Еңеүҙең 80 йыллығына арнап ойошторлған байрам саралары хаҡында киләһе яҙмала.

Еңеү көнөндә Өфөнөң Аксаков баҡсаһындағы быуаға аҡҡоштар ебәрелде. Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тормош иптәше Каринэ Владимировна менән бергә ҡатнашты. Аҡҡоштар күптән инде баш ҡаланың визит карточкаһына әүерелгән, меңәрләгән кеше һәм ҡунаҡтар бер-береһенә тоғролоҡ һаҡлаған ҡоштарға һоҡланып ҡарай.Төбәк етәксеһе халыҡ менән аралашты, Еңеү байрамы менән тәбрикләне, сараға килеүселәр менән иҫтәлеккә фотоға төштө.

Аксаков исемендәге баҡсала күңел асыу саралары ойошторолдо. Ҡунаҡтар артистар менән бергә еңеү вальсында әйләнде. Етеҙҙәр, көслөләр спорт ярыштарында бил һынашты Ә төп сәхнәлә балалар һәм фольклор коллективтары сығыш яһаны.

Аксаков паркында ойошторолған Еңеү байрамына тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары, хеҙмәт ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир ғаиләләре саҡырылды.Башҡалабыҙ йөрәге Киров районында йәшәүселәр илебеҙҙең хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтары менән ғорурлана.

«Тулҡын» паркы алдында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған байрам сараларына килеүселәрҙе ретро-техника күргәҙмәһе ҡаршыланы..Малай-ҡыҙҙар рулгә ултырып ҡараны, ретро автомобилдәр янында иҫтәлеккә фотоға төштө.Ейәндәре, бүлә-бүләсәләре илебеҙгә Еңеү яҙын килтергән ата-бабалары хаҡында яҡты иҫтәлектәр һаҡлай.

Күпселек ғаиләләр байрамға ветерандарҙың фотоһүрәттәре менән килгән. Совет иле азатлығы өсөн көрәшеүселәрҙең балалары ҡаһарман яугирҙар хаҡында хәтирәләрҙе быуындан быуынға тапшырып килә.

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап өлкәндәр һәм балалар өсөн сағыу программа ойошторолдо. Төп сәхнәлә һәүәҫкәр артистар башҡарыуында хәрби-патриотик темаға йырҙар яңғыраны. Малай-ҡыҙҙар оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, спорт һәм башҡа ярыштарҙа таһыллығын һынап ҡараны.

Һауала «Первушин» аэродромының пилотаж төркөмө һауала фигуралар башҡарып, өфөләр өсөн авиашоу ойошторҙо. «Тулҡын» паркындағы үҙәк аллеяла Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының портреттары менән стендтар һәм 9 майға арналған балалар һүрәттәре менән танышырға мөмкин ине. Еңеү байрамы һуңында сарала ҡатнашыусылар һәм баш ҡала ҡунаҡтары һалдат бутҡаһын да тәмләне.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ