Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан үҙенсәлекле таҡтаташ асылды. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены кавалеры Сабир Заһиҙуллиндың иҫтәлегенә таҡтаташ ауыл эргәһендәге урман эсеНдә ҡуйылды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Гөлдәриә Йосопова әҙерләгән яҙмала.
Бынан бик күп йылдар элек, Бөйөк Ватан һуғышы яуын үтеп ҡайтҡан Сабир Заһиҙуллин ауыл урманындағы ике ҡарағайға солоҡ уйып, умартасылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Солоҡло ҡарағайҙарҙың береһенә умартасының ейәндәре күптән түгел тап була һәм шул көндән алып улар олаталарының исемен мәңгеләштереү теләге менән яна башлай. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан Заһиҙуллиндар нәҫеленең хыялы бойомға ашты. Ҡасандыр солоҡ балы биргән ҡарағай эргәһенә Сабир Заһиҙуллин тураһында ҡыҫҡаса белешмә яҙылған таҡтаташ ҡуйылды.
Ауылдаштары Сабир Заһиҙуллинды эшкә уңған, йомарт һәм сабыр холоҡло кеше итеп иҫләй. Һуғыштан һуң ул ең һыҙғанып колхозда эшләп, халыҡ хужалығын тергеҙеүҙә ҡатнаша. Өлкәнәйә төшкәс ауыл муллаһы булып, ауылдаштарына иман нуры өләшә. Әммә яратҡан шөғөлө -умартасылыҡты бер ҡасан да ташламай,. йәйгеһен ауылдаштары һәм айырыуса балаларҙы яңы ағыҙған балы менән һыйларға ярата.
Сабир Заһиҙуллин ҡатыны Мәрғүбә менән 4 ҡыҙ һәм 3 ул тәрбиәләп үҫтергән. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре бергә осрашһа, үҙе бер ҙур ҡор йыйыла. Таҡтаташ асыу тантанаһында Ибрай ауыл хакимиәте башлығы Рифат Сәғитов данлы солоҡсоноң иң кескәй вариҫына балта тоттороп, уның олатаһы кәсебен дауам итәсәгенә ышаныс белдерҙе. Киләсәктә туғандар һәм ауылдаштар ҡарағайҙың тирә-яғын төҙөкләндереп, бында ял урыны эшләргә ниәтләй.
Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Сабир Заһиҙуллин «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены, «1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгәне өсөн» һәм башҡа бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән булған. Батыр иҫтәлеген еңеүсе илебеҙҙең данлы йылъяҙмаһы ғына түгел, ул күркәмерәк итергә теләгән тыуған ере, һәр ағас һәм япраҡ та һаҡлай.
Уҙған быуат урталараныда арҙаҡлы умартасы солоҡ уйған йөҙйәшәр ҡарағай республикабыҙҙың мәҙәни мираҫ объекттарын тулыландырыуға ла лайыҡлы. Бының өсөн Сабир Заһиҙуллиндың вариҫтары тейешле документтар әҙерләргә йыйына. Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған.
Гөлдәриә Йосопова




