Һуңғы өс йылда ғына республикала баҡсасылар ширҡәттәренә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы ярты миллиард һумдан ашҡан, һөҙөмтәлә ярты меңгә яҡын биләмәнең инфраструктураһы яҡшырған. Финанс ярҙам юл участкаларын төҙөкләндереүгә, электр селтәрҙәрен яңыртыуға һәм башҡа киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелә. Шулай уҡ граждандар Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән уҙғарылған «Иң яҡшы баҡсасылар ширҡәте» конкурсында ла әүҙем ҡатнаша. Грант аҡсаһы биләмәлә йәшәү шарттарын яҡшыртыуға ҡаралған. Төбәктә уңышлы эшләгән ширҡәттәрҙең береһендә беҙҙең ижади төркөм дә булды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Рәфҡәт Хәбибуллин биш йыл элек Ҡырмыҫҡалы районының «Урман аҡланы» баҡсасылар ширҡәтендә участка һатып алып, төҙөлөш башлай. Ҡыҫҡа ваҡытта мунса, гараж күтәрә. Әле йорт эргәһен тәртипкә килтереү менән мәшғүл. «Баш ҡалаға яҡын урынлашҡан ширҡәт тә күҙгә күренеп үҙгәрә, йәшәү шарттары яҡшыра,»-ти уҙаман.
Һуңғы дүрт йылда баҡсасылар ширҡәтендә күп кенә мәсьәләләр хәл ителгән. Биләмәгә көслө етәксе килеү менән урындағы халыҡ берләшеп, йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса айырым план буйынса эш башлаған. Дәүләт ярҙамында юлдар төҙөкләндерелә, янғын һүндереү ҡорамалдары, электр селтәрҙәре яңыртыла. Шул уҡ ваҡытта «Урман аҡланы» Башҡортостандың иң яҡшы ширҡәте булараҡ ярты миллион һумлыҡ республика башлығы грантын да алған. Был аҡсаға алты видеокүҙәтеү камераһы ҡуйылған.
Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса ауылы биләмәһендә 38 баҡсасылар ширҡәте урынлашҡан. Һәр ҡайһыһында етмештән алып биш йөҙгәсә кеше йәшәй. Урындағы хакимиәт етәкселеге билдәләүенсә, «Урман аҡланы» - күптәргә өлгө булырлыҡ ширҡәт. Экологик өмәләр булһынмы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүме - халыҡ барлыҡ эштәрҙә лә берҙәм.
Республикала баҡсасылар менән эш системалы алып барыла. «Смарт-баҡсасы» форумы көнүҙәк мәсьәләләрҙе билдәләү нөктәһе. Һуңғы өс йылда ғына ширҡәттәргә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы ярты миллиард һумдан ашҡан, 14 дәүләт ярҙам сараһы булдырылған. Быйыл биләмәләрҙең инфраструктураһын үҫтереүгә тағы ла 220 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Ширҡәт рәйестәре әленән үк документтар әҙерләй башлай ала. «Урман аҡланы»на килгәндә, тиҙҙән бында автоматик рәүештә эшләгән шлагбаум ҡуйыу ҡаралған. Урындағы халыҡ эргәләге күл биләмәһен төҙөкләндереүҙе лә планлаштырған. Шулай уҡ биләмәлә йәшәүселәр өйҙәренә газ үткәреү теләге менән дә яна.
Гөлназ Хәйбуллина



