Ҡотҡарыусылар Салауат ҡалаһы янындағы Ҡорбалы күлдән 35 йәшлек ирҙең кәүҙәһен һыуҙан сығарған. Ул күлгә балыҡ тоторға килгән булған. Белорет районы Сосновка ауылында Ағиҙел йылғаһында ир-егеттең кәүҙәһе табылған, уның шәхесе асыҡлана. Урында полиция һәм тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре эшләй, тип белдерәләр Ғәҙәтән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса идаралығынан.




