Республика аграрийҙары 745 мең гектар майҙанда сәсеү эштәрен башҡарған

Был планлаштырылғандың 36 проценты. Бер үк ваҡытта хужалыҡтар дым ҡаплау менән дә шөғөлләнә. Эш 1 миллион 114 мең гектарҙа теүәлләнгән. Был турала аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, иртә культуралар сәсеү менән бер рәттән ужым ашлау ҙа алып барыла. Пландың 96 проценты үтәлгән дә инде. Шул уҡ ваҡытта 321 гектар майҙанда ужым культуралары зыян күреү һөҙөмтәһендә урынына бөртөклө культуралар сәселгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ