Һауа торошо яҡшы торған осраҡта аграрийҙар эште ике аҙнала тамамларға ниәтләй. Бүздәк районында сәсеү майҙаны 65 мең гектар тәшкил итә. Баҫыуҙың төп өлөшөн бөртөклө культуралар биләй. Быйыл соя һәм көнбағыш майҙандарын арттырып, шәкәр сөгөлдөрө кәметелгән.
Әле сәсеү кампанияһын графикҡа ярашлы алып барыла. Ғөмүмән, Бүздәк районы аграрийҙары алдында йылдағыса ужым культураларын, иген, бойҙай, арпа, һоло, борсаҡ, гәрсис, көнбағыш, етен, шәкәр сөгөлдөрө сәсеү бурысы тора. Башҡортостанда быйыл эште атҡарып сығыу өсөн 30 млрд һум аҡса бүленгән. Ә республика буйынса 2,8 млн гектар майҙанда сәсеү эштәре планлаштырылған.



