Бөгөн «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы менән мобилизация буйынса хеҙмәт итеүсе яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң алғы һыҙыҡҡа юлланды.
Тантаналы сара «Өфө-арена» алдындағы майҙанда үтте. Яҡташтарыбыҙҙы туғандары, дуҫтары һәм Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары оҙатты. Ирек Сәғитов әйтеүенсә, республика, ата-әсәләр исеменә төрлө хәрби частәрҙән беҙҙең яугирҙар намыҫлы һәм батырҙарса хеҙмәт итеүҙәре тураһында рәхмәт хаттары килә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Башҡортостан вәкилдәре араһында дәүләт наградалары менән бүләкләнеүселәр ҙә байтаҡ.
Яугирҙарҙың күптәре өсөн был дүртенсе, хатта бишенсе отпуск. Был юлы тыуған яҡтағы ял ваҡиғаларға бай була. Хәрбиҙәр Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына Өфөлә һәм райондарҙа үткәрелгән парадтарҙа, «Үлемһеҙ полк»та һәм илһөйәрлек сараларында ҡатнаша. Был күтәреңке кәйеф, рух өҫтәне һәм уны 9 майҙы алғы һыҙыҡта ҡаршы алған иптәштәребеҙгә еткерербеҙ, ти ир-егеттәр. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса яугирҙар фронтҡа тиклем уңайлы автобустарҙа юл тотто, колоннаны Дәүләт автоинспекцияһы һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре оҙатып бара.



