Геройға парта. Өфөнөң 69-сы мәктәбендә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир Эдуард Минилбаевтың яҡты иҫтәлегенә «Герой партаһы» асылды. Рәсәйҙе нацистарҙан һаҡлап яу яланында һәләк булған яугирға арналған илһөйәрлек сараһы хаҡында киләһе яҙмала.
Эдуард Минилбаев иҫтәлегенә «Герой партаһын» асыу тантанаһына яугирҙың әсәһе, һеңлеләре һәм махсус хәрби операциянан яраланып ҡайтҡан бер туған ағаһы саҡырылды. Сара ҡунаҡтары яугир хаҡында яҡты хәтирәләре менән бүлеште. Эдуардтың әсәһе улын ғәҙел, ярҙамға мохтаж булған көсһөҙөрәктәрҙе һәр ваҡыт яҡлауын һәм ҡурсалауын хәтерләп һөйләне.
Эдуард Минилбаев 2022 йылдың 30 июнендә генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 1-се ирекле отрядҡа яҙыла. Алғы һыҙыҡтағылар уны «Лезгин» ҡушамамтлы яугир булараҡ яҡшы белә. Эдуард Минилбаев Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикалары территорияһындағы алыштарҙа ҡатнаша. Кесе сержант 13637-се ғәскәри частың мотоуҡсылар батальоны мотоуҡсылар ротаһы командиры, взвод командиры урынбаҫары була.
Герой 69-сы мәктәптә туғыҙ класс белем алғандан һуң эшсе һөнәрҙәр курсын тамамлай. Һуңынан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә токарь-фрезеровщик булып эшләй. Эууард Минилбаевтың биографияһының ҡыҫҡа, әммә сағыу биттәргә бай. Хәтирәләрҙе кадеттар һәм юннармеецтар иғтибар менән тыңланы. Малай-ҡыҙҙар киләсәктә махсус хәрби операция барышында геройҙарса һәләк булған Эдвард Анатольевич кеүек батыр, илһөйәр булып Рәсәй мәнфәғәтен яҡларға әҙер буласаҡтарын белдереҙе.
Герой партаһына ултырып белем алыу хоҡуғы 69-сы мәктәптең уҡыу алдынғылары Дауыт Ниғмәтуллин һәм Юлиана Спиринаға бирелде.
Герой партаһын асыу - Эдуард Минилбаевтың иҫтәлеген мәңгеләштереүгә тәүге аҙым. Киләсәктә махсус хәрби операцияла Ватан өсөн башын һалған яугирға арнап мемориаль таҡтаташ ҡуйыу, мәктәп музейында экспозиция ойоштороу күҙаллана.
Гүзәл Борханова




