Иглин районында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн шәхси парадтар ойошторолдо

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилейы уңайынан Иглин районында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн шәхси парадтар ойошторолдо. 103 йәшлек Рәүфә Насирова, 98 йәшлек Иван Прокофьев һәм 97 йәшлек Анатолий Артемьев йәшәгән өйҙәр алдынан мәктәп уҡыусылары һәм йәш армеецтар тигеҙ сафта атлап уҙҙы. Еңеү маршы көйө аҫтына һауаға Еңеү байрағы күтәрелде. Тантанала һәүәҫкәр артистар бейене, һуғыш заманы йырҙары яңғыраны. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлығы һәм Иглин районынынң социаль-иҡтисади үҫешенә өлөш индергән өсөн ветерандарға «Иглин районынының почетлы гражданины» маҡтаулы исеме лә бирелде.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ