Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры 34-се миҙгелен япты

Тамашасылар режиссер Фәнис Кәримов сәхнәләштергән Алексей Дударев пьесаһы буйынса «Янып-һүнгән ғүмерҙәр...» өр-яңы спектаклен ҡараны. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сәхнә әҫәрендә батырлыҡ һәм Тыуған илгә һөйөү темалары асыла. Фойела теләгән һәр кем «Герой Әсәһе. Герой Ҡатыны» күсмә фотокүргәҙмәһе һәм оҫталар йәрминкәһе менән танышты. Кисәнең тантаналы өлөшөндә Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театрының бер төркөм хеҙмәткәрҙәренә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ