Өфөлә махсус хәрби операция яугирҙары өсөн реабилитация үҙәге асылды

Өфөлә «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында махсус хәрби операция яугирҙары өсөн реабилитация үҙәге асылды. Бөгөн ул тәүге төркөм хәрбиҙәрҙе ҡабул итте. Алда уларҙы ике аҙналыҡ комплекслы реабилитация көтә. Дауаланыу бушлай. Үҙәккә эләгеү тәртибе тураһында киләһе яҙмала.

«Рыбак» ҡушаматлы яугир - яңы реабилитация үҙәгенә тәүгә килгән ун пациенттың береһе. Яраланыу сәбәпле, һалдат әле хәрби хеҙмәттән азат ителгән. Ирҙең уң ҡулы хәрәкәтһеҙ.

Һалдаттар палаталарҙа шарттар менән танышты. Оҡшай. Йәшелллеккә күмелгән шифахана ҡала уртаһында урынлашҡан тип уйламаҫһың да... Тимәк, саф һауала һаулыҡ та тиҙерәк нығынасаҡ. Яугирҙар белдереүенсә, бындағы хеҙмәткәрҙәрҙең йылы мөнәсәбәте лә арбай.

Был реабилитация үҙәгендә дауаланасаҡ тәүге төркөм. 20 яугирҙан торасаҡ икенсеһе июнь башына көтәләр. Шифаханала бушлай ял итеү өсөн, Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү республика үҙәге аша сертификат юлларға кәрәк. Уның телефоны: 8-800-775-00-14. Үҙәктә медицина хеҙмәттәре исемлеге киң.

Медицина хеҙмәтләндереүенән тыш, үҙәктә эшкә урынлашыу буйынса ла ярҙам күрһәтелә. Маҡсат - яу яланынан ҡайтҡан яугирҙың ғәҙәти тормошҡа яраҡлашыуына булышлыҡ итеү. Йыл аҙағына тиклем «Йәшел сауҡалыҡ»та реабилитация үҙәге өсөн айырым корпус төҙөү ҡарала. Әле уның проекты әҙерләнә.

Рәзилә Ғилметдинова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ