Министрлыҡ вәкилдәре Буранғол һәм Асҡар ауылдарында халыҡ менән экология тураһында һөйләште

Әбйәлил районының Буранғол һәм Асҡар ауылдары халҡы Башҡортостан министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре менән осрашты. Көн тәртибенә райондағы экологик хәл сығарылды, планлаштырылған геологик разведка эштәре мәсьәләһе күтәрелде. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Район биләмәләрендә һунар итеү, һыу ресурстары экологияһы һәм янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләре. Буранғол ауылындағы күҙгә-күҙ ҡарашып әңгәмәләшеү майҙансығында был халыҡ тарафынан иң күп күтәрелгән һорауҙарҙың береһе булды.

Республикала янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләренә етди иғтибар бүленә. Улар һәр ваҡыт Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың контролендә. Быйыл Әбйәлил районында 10-дан ашыу янғын сыҡҡан. Артабан бындай хәүефкә юл ҡуймау маҡсатында Республика сығымдары иҫәбенә тейшле ҡорамалдар, мөлкәт, техника һатып алына һәм ауыл биләмәләренә тапшырыла.

Кирилл Первов, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе

«Янғын һүндереү-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү» төбәк программаһы буйынса ауыл советына яңы автомобилдәр һәм тағылма техника ла тапшырылған. Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе ауылдарҙың ирекле дружина ағзаларын республика уҡыу-методик үҙәге базаһында янғын һүндереү алымдарына өйрәтергә мөмкин, тип билдәләне.

ЛКТ-4 яңы. Уны һәр ваҡыт ҡулланабыҙ,бик мобиль, уңайлы. Теләһә ҡайһы урынға тиҙ арала барып етергә мөмкин. Иң мөһиме, төп көстәр килгәнгә тиклем уның ярҙамында янғынды туҡтатырға мөмкин. Төп маҡсат - халыҡты бәлә-ҡазанан: урман, локаль һәм, әлбиттә, ауыл-ҡасабаларҙа сыҡҡан янғындарҙан һаҡлау.

Фуат Мәхмүтов, Буранғол ауыл биләмәһе башлығы

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, экологик хәүефһеҙлек мәсьәләһе һәр кемде борсой. Урындағы халыҡ уникаль тәбиғәттең, районды һәм күрше биләмәләрҙе һыу менән тәьмин иткән йылғаларҙың бысранмауы, уларға рекреация объекттарының йоғонтоһо, шулай уҡ тәбиғәт ресурстарын эшкәртеү өсөн борсола. Һүҙ- баҡыр запастарын эҙләү һәм асыҡлау буйынса планлаштырылған геологик разведка тураһында бара.

Халыҡты «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте мәсьәләһе ҡыҙыҡһындыра, ул геологик өйрәнеүгә бирелгән лицензия. Геологик өйрәнеү, тәү сиратта, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу мөмкинлеге булған биләмәләрҙе анализлау һәм тикшереүҙе күҙ уңында тота. Геологик разведка, шурфлау, шунан һуң анализдар тапшырыуҙың календарь планы бар. Ошонан һуң ғына, анализ һөҙөмтәләре буйынса, ятҡылыҡтар бармы - юҡмы,файҙалы ҡаҙылмаларға ни тиклем бай һәм ниндәй төрҙәре барлығы асыҡлана.

Нияз Фазылов, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры
Башбат

Белгестәр фекеренсә, тап ошо этаптарҙан һуң ғына табыш алыу тураһында ҡарар ҡабул итергә мөмкин. Әһәмиәтле тәбиғәт объекттары, шул иҫәптән Ҡырҡтытау һырты өсөн хәүеф юҡ, тип билдәләй компания вәкилдәре. Әгәр дәүләт экспертизаһынан ыңғай һығымта алынһа, инвестор предприятие төҙөйәсәк һәм мең ярым кешене эш урыны менән тәьмин итәсәк. Шулай уҡ үҙ иҫәбенә тау һөнәрҙәренә лә өйрәтергә әҙер.

Кешеләрҙе радиация хәүефһеҙлеге лә ҡыҙыҡһындырҙы. Элек унда ниндәйҙер радиоактив ҡалдыҡтар күмеү ихтималлығы хаҡында мәғлүмәт бар. Тикшереүҙәрҙе махсус ҡорамалдар ярҙамында башҡарҙыҡ, мәғлүмәтте халыҡ менән дә уртаҡлаштыҡ. Артабан даими диалог тураһында һөйләшергә килештек. Кәрәк булғанда, беҙ өҫтәмә үлсәүҙәр уҙғарасаҡбыҙ һәм халыҡты уларҙың һөҙөмтәләре менән таныштырып торасаҡбыҙ.

Кирилл Первов, Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе

Һәм иң мөһиме, металлургия комбинаты хеҙмәткәрҙере, медицина институтындағы табиптары менән танышығыҙ, уларға барып, аңлатығыҙ, Магнитогорск халҡы ла Бәләкәй Ҡыҙылдың һыуын тотона. Был бик сетерекле мәсьәлә.

Буранғол ауылында йәшәүсе

Халыҡ борсолоуҙарын асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Буранғолда йөҙ кеше менән осрашыуҙа конструктив әңгәмә ҡоролдо. Асҡарҙағы осрашыуға иһә 80 кеше килде, күпселек халыҡ Магнитогорскийҙан. Бындағы Һөйләшеү киҫкенерәк булды. Әбйәлилдәр ауылдаштарының үҙҙәрен дә тәбиғәт хаҡында онотмаҫҡа өндәне.

Бына һеҙ бөгөн бында йыйылып, экология мәсьәләһен тикшерәһегеҙ. Уйлап ҡарағыҙ, министрлыҡтан да белгестәр бар. Ә ни өсөн һеҙ бөгөн генә экология тураһында иҫкә төшөрҙөгөҙ? Мин Атауҙынан, беҙҙә лә «Утрау» күле бар. Йыл дауамында күл тирләй 5 меңдән ашыу машина йыйыла.

Атауҙы ауылында йәшәүсе

Ә шулай ҙа күпселек халыҡ тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡарашта. Ауыл кешеләре даими рәүештә юл ситтәрен таҙарта. Машиналарҙан ташланған сүп-сарҙы йыйыштыра, йылға ярҙарында ағас ултырта. Оло Ҡыҙыл йылғаһы яры ла ял итеүселәр ҡалдырған сүп-сарҙан таҙартылды. Санитар өмәләрҙә активистар, район советы, ауыл биләмәләре депутаттары, йәмәғәт ойошмалары һәм ирекмәндәр әүҙем ҡатнашты.

Беҙҙең районда һәр ваҡыт таҙа. Мин район хакимиәте үҙемдең ирекмәндәр төркөмөм менән Кизилканы таҙартырға сыҡтым. Беҙҙә Әбйәлил районы татыу, бик матур урындар бар һәм халыҡ таҙа йәшәй.

Лилиә Кузнецова, «Әбйәлилдең яҡшы кешеләре» ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе

Эксперттар иһә геологик разведка һәм ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү рөхсәт ителә, сөнки был айырыуса һаҡланған биләмә түгел, тип билдәләй. Эште юғары экологик нормаларға ярашлы алып барыу планлаштырыла. Шул уҡ ваҡытта инвесторҙар муниципалитет үҫеше өсөн дә сығымдар һалырға ниәтләй. Бындай аңлатыу саралары һәр ауылда уҙғарыласаҡ.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ