«Һәр үҫентелә - ғүмер, һәр үҫентелә - Еңеү». Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте менән Өфө лимонарийы ошондай исем аҫтында ағас ултыртыу буйынса «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһына ҡушылды. Сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышлап ойошторолдо. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Өфө лимонарийының был майҙансығы - мәктәп бүлеге тип атала. Йәғни, бында ултыртылған үҫентеләр нығынып, тамыр ебәргәс төрлө тарафтарға оҙатыла. Ләкин ерһенеп үҫеп китәкәнгә тиклем оҙайлы ваҡыт талап ителә. Еңеүҙең 80 йыллығына бағышлап 80 каштан үҫентеһе ултыртылды. Киләсәктә улар республиканың район-ҡалаларындағы парк һәм аллеяларҙы биҙәйәсәк.
Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзының «Һәр үҫентелә - ғүмер, һәр үҫентелә - Еңеү» акцияһы күптән иғлан ителгәйне. Уға ярашлы республиканың төрлө нөктәләрендә йәшәүсе гүзәл заттар күп фатирлы йорт ихаталарын, өй алдарын гөл-сәскәләргә күмә, ағас үҫентеләрен ултырта. Быларҙың барыһы ла Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләүгә арнала.
Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылаған йылда Ватан һаҡсылары иҫтәлегенә Бөтә Рәсәй буйлап миллиондарса ағас ултыртылған. Башҡортостан Урман хужалығы министрлығынан әйтеүҙәренсә, төбәктең 160 урынында «Хәтер баҡсаһы « акцияһы үтә, уларҙа башлыса ылыҫлы үҫентеләр - шыршы һәм ҡарағай ағастары үҫәсәк. Каштан иһә беҙҙең төбәккә хас булмаған ағас, әммә 30 йыл элек республика климатына яраҡлаштырылған сорт сығарыла.
Акцияға Өфө урман-техник техникумы студенттары ла ҡушылды. Ағас ултыртыу ҙур байрамға әйләнде. Сара патриотик йырҙар һәм сәй эсеү менән тамамланды.
Әлфинә Килдейәрова



