Белорет табиптары айыуҙан зыян күреүсегә тейешле медицина ярҙамы күрһәтә

Мохтажлыҡ булған осраҡта пациенттың саниавиация менән Өфөгә күсерелеүе ихтимал. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ваҡиға 4 майҙа Әбйәлил районы Шәрип ауылы эргәһендәге урманда теркәлде. 70 йәшлек ир инә айыу һәм уның ике балаһы менән ҡапма-ҡаршы осрашҡан. Был хәлдән һуң урман хужаһы кешегә ташлана. Ауыр йәрәхәттәр алыуына ҡарамаҫтан ҡазаға тарыусы үҙ көсө менән ауылға ҡайтып етә. Шунда уҡ Белореттан ашығыс ярҙам машинаһы саҡыртыла. Комплекслы медицина тикшереүе үткәрелгәндән һуң ауыр хәлдәге пациентҡа операция яһала.

Тағы ла бер осраҡ уҙған байрам көндәрендә Белорет районында теркәлгән. Магнитогорскиҙан 20 туристы айыу Кирәл тауға ҡарай баҫтырған. Ваҡиға шаһиттары әйтеүенсә, урман хужаһы ҡапыл килеп сыҡҡан. Кеше тауышына ул бер нисек тә иғтибар итмәй. Ҡаяға күтәрелгән туристарҙың бер нисәүһе үҙ аллы хәүефһеҙ урынға эвакуациялана. Ҡалған туристарға ҡотҡарыусылар ярҙамға килә. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа республика урмандарында айыуҙар популяцияһы көсәйеүе күҙәтелә. Был факторҙарҙың береһе тип эксперттар ҡырағай йәнлектәрҙе аулауҙың юҡҡа сыға барыуы менән аңлата. Бер үк ваҡытта айыуға һунар итеү ҡатмарлы һәм ҡиммәт, һәм һәр кем быға һәләтле түгел, ти улар.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ