Бер нисә йыл элек Башҡортостанда китап нәшер итеү инфраструктураһы яңыртылды

Яҙыусыларыбыҙҙың ниндәй әҫәрҙәр ижад итеүенә, халыҡтың ниндәй китаптар уҡыуына күберәк иғтибар бирелә башланы. Китаптарҙы рекламалауға, һатыу географияһын киңәйтеүгә, шул иҫәптән маркетплейс аша, яңы ҡараш формалаштыра.

Өфөнөң Ленин урамында яңы флагман магазины асылды - хәҙер ул баш ҡалабыҙҙың тағы бер туристик һәм мәҙәни үҙәге. Былтыр ғына «Китап» нәшриәте ярты миллион дананан ашыу баҫма сығарған. Әҙәбиәт башҡорт, рус, татар, инглиз һәм башҡа телдәрҙә нәшер ителә. Онлайн-сауҙа ярҙамында продукцияның хаҡы ла арзанайған. Төбәк китаптарын хәҙер Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Әрмәнстан һәм Грузия ла һатып алалар. Мин быны мәҙәниәтебеҙҙең әһәмиәтле еңеүе тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы. Ул шулай уҡ Рәсәйҙең иң ҙур төбәк нәшриәте, башҡорт телен, башҡорт әҙәбиәтен һаҡлау һәм үҫтереүҙә төп партнерыбыҙ, илдә һәм донъяла күп милләтле мәҙәниәтебеҙҙең амбассадоры тип билдәләгән.

Волна
Акции БСТ