Республикала икенсе тапҡыр ойошторолған башҡорт теле һәм әҙәбиәте съезында 650-нән ашыу делегат ҡатнашты. Эшлекле майҙансыҡтарҙа Башҡортостандың бөтә-район ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән йыйылған педагогтар башҡорт телен һаҡлау, телде һанлаштырылған ҡушымталар аша өйрәтеү, балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү һорауҙары буйынса фекер алышты. Өфөлә съезд 9 майҙансыҡта ойошторолдо. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Кимя ҙмаһында.
Туған телгә - һөйөү менән. Өфөлә үткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезында педагогтар көнүҙәк һорауҙарҙы күтәрҙе. Фекер алышыуҙа барышында балаларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, телде һанлы форматта үҙләштереү, уҡытыу материалдарын айти технологиялар һәм яһалма интеллект ярҙамында киңәйтеү һорауҙары тикшерелде
Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең кампусында ойошторолған майҙансыҡта уҡытыусылар тел менән бәйле мәсьәләләр буйынса асыҡ һөйләшеүҙәр алып барҙы. Балаларҙың теләктәрен һәм талаптарын педагогтар яҡшы аңлай. Иң ҡыҙыҡлы һәм фәһемле тәҡдимдәр алдағы йылдарҙа башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу планына индереләсәк.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу системаһын камиллаштырыу методик һорауҙарға ғына ҡайтып ҡалмай. Республика тарихы, мәҙәниәте, туристик мөмкинлектәре менән бәйле презентацияла туған телдә әҙерләнгән яңы проекттар ҙа иғтибар үҙәгендә булды.
Башҡорт теле яҙмышы өсөн янған уҡытыусылар туған телде һаҡлауҙы һәм уны йәш быуынға еткереүҙе изге бурысы һанай. Шуға юғары технологиялар заманында ла башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү бөгөн дәүләт кимәлендәге етди масҡат булып ҡала.
Флорида Ким



