Шулай уҡ яугирҙарға гуманитар ярҙам алып барҙы. Һалдаттар алдында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова һәм БСТ телеканалы журналисы Наил Юнысов сығыш яһаны. Тамаша Миңлеғәли Шайморатов батальонында, Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһында һәм “Башҡортостан” полкында үтте. Хәрбиҙәр тәьҫораттары менән уртаҡлаша.
Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов медицина ротаһында хеҙмәт итә. “Бындай тамашалар яугирҙарҙың рухын нығыта, уларға күңел ялы бүләк итә”, - ти ул.




