Был турала Республика башлығы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй съезында белдерҙе. “Башҡорт халыҡ ижадының бөйөк ҡомартҡыһы – “Урал батыр” эпосының тәрбиәүи көсө баһалап бөткөһөҙ. Ул үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү халҡыбыҙҙың бай мәҙәни мираҫына нигеҙләнергә тейеш, тине Радий Хәбиров.
Съезд барышында республика башлығы алдынғы педагогтарға дәүләт наградалары тапшырҙы. Күренекле яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, мәғрифәтсе, "Йәйләү” лагерының махсус программаһы һәм "Тормош һабаҡтары" дәреслектәре авторы Мәрйәм Бураҡаеваға “Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде.




