Башҡортостанда Өфө-Инйәр-Белорет юлын ремонтлау башланды

Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат һәм Ҡарлыман ауылдары янында 3 километрға яҡын арауыҡта иҫке юл япмаһы алына. Артабан яңы асфальт-бетон япмаһы һалына, юл ситтәре нығытыла һәм билдәләр ҡуйыла, тип белдерәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса башҡарылған төҙөкләнереү эштәрен йыл аҙағында тамамлау ҡарала.

Фото №1 - Башҡортостанда Өфө-Инйәр-Белорет юлын ремонтлау башланды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ