Радий Хәбиров Бәләбәйҙә яугир ғаиләләре менән осрашты

Башҡортостан  Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Бәләбәйҙә махсус хәрби операцияла һәләк булған Иван Рычагов, Ринат Сәфәргәлиев, Павел Селиверстов, Андрей Сулмаков, Сергей Телегин, Сергей Чернятьев һәм Александр Шульганың ғаиләләре менән осрашты. Республика етәксеһе яугирҙарҙың  ата-әсәләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты, улдарының хәрби бурыс үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары өсөн үлгәндән һуң бирелгән генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Улдарығыҙ– ысын геройҙар, улар үҙ бурысын намыҫ менән үтәне, Тыуған иле өсөн ғүмерҙәрен бирҙе. Улар тураһында иҫтәлекте  һаҡлау, ата-әсәләре, ғаиләләре, балаларына ярҙам итеү- беҙҙең бурыс.”-, тине Радий Хәбиров. 

Фото №1 - Радий  Хәбиров Бәләбәйҙә  яугир ғаиләләре  менән осрашты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ