Башҡортостанда 40 йәшлек ҡатын 450 мең һумға алданған

Белоретта йәшәүсе ханым полицияға мөрәжәғәт иткән. Ул социаль селтәрҙә аҡса эшләү тураһында иғлан күреп ҡалған. Төрлө һылтанмаларға инеп тәҡдим ителгән тауарҙарҙы теркәп барған. Аҡсаһын сығарырға теләгәс уға комиссия түләргә кәрәк тигәндәр. Ҡатын  ярты миллион һумға яҡын аҡсаһын юғалтҡан. Был хәл буйынса енәйәт эше асылған.

Фото №1 - Башҡортостанда 40 йәшлек ҡатын 450 мең һумға алданған
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ