Милли хокккей лигаһының “Сиэтл” командаһы “Салауат Юлаев” ҡапҡасыһы Семен Вязовой менән ҡыҙыҡһына. Был мәғлүмәтте Өфөлә уҙған матбуғат конференцияһында клубтың генераль директоры Ринат Бәширов та раҫланы. 22 йәшлек ҡапҡа һаҡсыһы карьераһын океан аръяғында дауам итергә ниәтләй. Ә бына Шелдон Ремпалдың киләсәге билдәһеҙ. Клуб етәкселеге хоккейсының агенты менән бәйләнеш урынлаштырған. Канада легионерының башҡа командаға күсеүе тураһындағы хәбәр әлегә ысынбарлыҡҡа тап килмәй,- тине Ринат Бәширов.




