«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының сираттағы төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә барып етте

«Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының сираттағы төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә барып етте. Был юлы уларҙың ялы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләгән көндәргә тура килде. Яугирҙар байрам сараларында, Өфөлә үткән Еңеү парадында ҡатнашты. Яугирҙарҙың күңелдәре күтәренке, кәйефтәре көр.

Парадтан һуң ҡайһы бер яугирҙар Башҡортостандың махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһына инде. Тантаналы марштан һуң уларға танытмалар тапшырылды. Ойошмаға инеү яугирҙарҙы бергә тупларға, хоҡуҡи һәм социаль-психологик ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ