Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Кәшфи Ғәҙелшинды иҫкә алды

Театр сәнғәтендә яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәр халыҡ хәтерендә. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры коллективы мосолман зыяратында ерләнгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Сталинград өсөн барған яуҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткән Кәшфи Ғәҙелшин ҡәберенә зыярат ҡылды.

Оҙаҡ йылдар театр директоры, һуңынан баш режиссер вазифаһында эшләгән шәхесте сәхнә оҫталары тик яҡшы яҡтан иҫкә алып, зыяратын тәртипкә килтерҙе. Шулай уҡ улар Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән, фронтовик-яҙыусы, драматург, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим ҡәберен дә йыйыштырып, сәскә-гөлдәрҙе тәрбиәләне. Хеҙмәттәштәр хәтер һәм хөрмәт сраларын даими үткәрергә килеште.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ