Башҡортостанда яҙғы сәсеү эштәре 40 процентҡа тамамланған

Башҡортостандың 10 районы хужалыҡтары ярауай культура баҫыуҙарының яртыһын тиерлек сәсеп бөткән. Был иген, техник һәм майлы культуралар. Дөйөм алғанда төбәк буйынса яҙғы сәсеү эштәре 40 процентҡа тамамланған, йәғни бөтәһе 750 мең гектар майҙан сәселгән. Стәрлебаш районы аграрийҙары ла һәр аяҙ көндөң ҡәҙерен белеп ҡалырға тырыша. Ер хужалары мул уңышға нигеҙҙе йыр-моң аҫтында һала.

Баҫыу өҫтө төшкө аш мәлендә дәртле көй-моңдарҙан яңғырап тора. Ашҡаҙар, Күндрәк буйына арналған йырҙар берҙән кәйефте күтәрә, икенсенән, тыуған ерҙең бәрәкәтле тупрағына дан йырлай. Механизатор Камил Мәжитов баҫыуға һәр ваҡыт үҙе менән баян ала, йыр менән эш ырамлы бара, ти ул.

Төшкө аштан һуң эш яңы көс-дәрт менән дуам итә. Баҫыуға культивация тамамланыу менән көнбағыш сәсеү планлаштырыла.

Булатов шәхси хужалығының 230 гектарлыҡ икенсе баҫыуында ярауай бойҙай сәсеү ҡаралған. Сифатлы орлоҡ алдан уҡ әҙерләп, ағыулап ҡуйылған. Тотош бункер 12 гектар майҙанды сәсергә етә. Ер хужалары әйтеүенсә, яңы, заманса ҡоролмалар баҫыуҙарҙы киңерәк иңләргә ярҙам итә.

Хужалыҡта 1 мең 200 гектар самаһы сәсеүлек майҙаны бар. Бойҙай, арпа, рапс, көнбағыш - төп культуралар. Былтырғы көҙгө ямғырҙар арҡаһында хужалыҡта ужым культураларын сәсмәҫкә ҡарар ителгән. Быйыл уларҙың урынын ярауай культуралар биләй.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, планлаштырылған майҙандарҙың 40 проценты тиерлек сәселгән. Был яҡынса 750 мең гектар. 10 район сәсеү кампанияһы экваторын үтте лә инде. Баҫыу эштәре буйынса Дәүләкән, Әлшәй һәм Стәрлетамаҡ райондары аграрийҙары алдынғылыҡты бирмәй.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ