Белоретта «Һөт кухняһы» н етештереү 2019 йылда башланды. Унда аҙнаһына дүрт тоннаға яҡын һөт эшкәртелә. Предприятие Белорет районын ғына түгел, күрше Учалы, Бөрйән һәм Әбйәлил райондарын, шулай уҡ яҡын-тирәләге ҡалаларҙы ла продукция менән тәьмин итә.
Әлеге ваҡытта бында 6 пункт эшләй, шул иҫәптән ҡалала ике стационар һәм дүрт ауылда күсмә пункттар бар. Йылдың тәүге кварталында льготалы категорияға 922 кеше ҡарай, улар араһында 31 ғаилә Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләләре.
Шулай уҡ 2023 йылда Белоретта балалар печеньеһы етештерелә башланы, республикала 6 айлыҡ сабыйҙар өсөн ул тәүгеһе.



