Өфөлә үткән Башҡортостандың иң яҡшы иретеп- йәбештереүселәре ярышында район-ҡалаларҙан 25 һөнәр эйәһе ҡатнашты. Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған конкурста студенттар ҙа һынау тотто. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Илгиз Ғәлимйәнов иретеп-йәбештереүсе булып ике тиҫтә йылдан ашыу эшләй. Ошо ваҡыт эсендә замандашыбыҙ һөнәренең бар оҫталығына төшөнөп өлгөргән Йылдар дауамында туплаған тәжрибәһен ул бөгөн һөнәрмәндәр ярышында һынап ҡарарға булған.
«Төҙөлөш оҫтаһы - 2025» конкурсының төбәк этабында ҡатнашыусылар ике номинацияла баһаланды. Сарала йәмғеһе республиканың 15 предприятиеһынан 18 иретеп- йәбештереүсе һәм ошо өлкәлә уҡыған 7 студент ҡатнашты. Улар араһында уҡыусы ҡыҙ ҙа бар. Әммә, талап барыһына ла тигеҙ. Ҡорос нервыға, көслө ҡулға һәм үткер күҙгә эйә булыусы оҫталар конкурста һынатманы, һәр береһе еңеүгә ынтылды.
Конкурс ҡатнашыусылары араһында төп эш урынынан тыш, үҙ шөғөлөн булдырыусылар ҙа бар. Улар эскәмйәнән ҡапҡаға тиклем заказдар алып эшләй. Шуға ла ҡайһы бер конкурсанттарға бөгөнгө һынау ҙа еңел бирелде.
Көсөргәнешле бәйге оҫталар араһында ике этапта үтте. Беренсеһендә улар иретеп- йәбештереүҙә оҫталығын һәм белемен күрһәтһә, икенсеһендә хеҙмәтте һаҡлау буйынса һорауҙарға яуап бирҙе. Ә инде бөтә этаптарҙы уңышлы үткән конкурсант республика намыҫын ил кимәлендә яҡлаясаҡ.
Азат Ғәлиуллин



