Был туралағы ҡарар Вегрияның баш ҡалаһы Будапешта ҡабул ителгән. Имре Мадача исемендәге 12-се халыҡ-ара театр фестивале сиктәрендә ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә Венгрия милли театры саҡырыуы буйынса Рәсәйҙән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры Иршат Фәйзуллин ҡатнашҡан. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса 2025 йылдың 18 декабрендә Будапештта был берләшмәне булдырыу тураһында рәсми иғлан ителәсәк. Атилла Видянский айырым осрашыуҙа төрлө илдәрҙән театр сәнғәте буйынса белем алыусы студенттарға Будапешта стажировка үтеү программаһы мөмкинлектәре хаҡында ла аңлатма биргән.




