Эскпонаттар тарихы ауылға нигеҙ һалған 1739 йылға барып тоташа. Музейҙа боронғо һауыт-һаба, кейем-һалым, йорт йыһаздары һәм төрлө ҡулайламалар урын алған. Ҡомартҡыларҙы ауылда йәшәүселәр үҙҙәре килтергән. Был әйберҙәр төбәктең бай мәҙәниәтен һәм йолаларын, халыҡтың йәшәйәшен сағылдыра. Бынан тыш, музейҙа уникаль фотоһүрәттәр һәм документтар, билдәле шәхестәр тураһында материалдар тәҡдим ителә.




