Өфөлә 16 майҙан 18-нә тиклем етенсе асыҡ Евразия хәрби сәнғәт уйындары уҙа. Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге майҙансығында ойошторолған ярыштар быйыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнала.
Унда Рәсәйҙең 60 төбәгенән һәм сит илдәрҙән 4 меңдән ашыу ҡатнашыусы килер тип көтөлә. Улар 30 төр көрәш, милли спорт төрҙәре, шулай уҡ адаптив йүнәлештәр буйынса көс һынашасаҡ. Бынан тыш, ҡорал менән эш итеү күнекмәләрен өйрәтеү буйынса күрһәтмә сығыштар, практик семинарҙар планлаштырыла.



