Радий Хәбиров Бәләбәй һөт комбинатында йомшаҡ сыр етештереү цехын асыу тантанаһында ҡатнашты

Яңы производство. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бәләбәй һөт комбинатында йомшаҡ сыр етештереү цехын асыу тантанаһында ҡатнашты. Инвестиция проектына ярашлы предприятиела етештерелгән сифатлы сыр Бөтә Рәсәй буйынса һатыуға сығарыласаҡ . Бәләбәйгә эш сәфәре сиктәрендә төбәк етәксеһе тимер конструкциялар етештереү предприятиеһында булды. Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Ғәбдрәүеф Гәрәевты Еңеүҙең 80 йыллығы менән тәбрикләп иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

«Амма» ғилми-сәнәғәт предприятиеһы цехтарында ҡеүәтле тимер конструкциялар етештерелә. Был ҡоролмалар нефть -химия эшкәртеү, тау байыҡтырыу, алтын ҡаҙыу, атом сәнәғәте кеүек тармаҡтарҙа ҡулланыу өсөн ҡаралған. Техник күҙлектән ҡатмарлы ҡоролмалар етештереүсе предприятие Бәләбәйҙә ТОСЭР - йылдам үҫеш биләмәһе резиденты статусында эшләй . 2017 йылдан алып цехтарҙа 800 ҙур проект тормошҡа ашырылған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров производство менән яҡындан танышты .

Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса «Амма» ғилми-сәнәғәт предприятиеһы республика ҡаҙнаһына һалым түләү буйынса 1 дәрәжәле диплом менән бүләкләнгән. Иҡтисади яҡтан йылдам үҫешкән предприятиеның майҙансыҡтарын киңәйтеү , етештерелгән продукция күләмен арттырыу йүнәлешендә эш алып барыла. Әле ойошманың тауар әйләнеше 2 млрд һум килем менән иҫәпләнә .

Көн тәртибендә Радий Хәбиров Бәләбәй һөт комбинатында йомшаҡ сырҙар етештереү цехын асыу тантанаһында ҡатнашты .

Республикала ғына түгел тотош Рәсәйҙә билдәле комбинатта йылына 155 мең тонна һөт эшкәртелә. Цехтарҙа етештерелгән май менән сыр төрлө төбәктәргә һатыуға оҙатыла . Инвестиция проектына ярашлы комбинатта яңы технология буйынса йомшаҡ сыр етештерелә башланы .

Бәләбәй һөт комбинаты майҙанын киңәйтеү, производство ҡеүәтен арттырыу өсөн 2018 йылда дәүләт ярҙамы бүленгән . Моно-ҡалаларҙы үҫтереү фондынан бүленгән суммаға техник ҡоролмалар һатып алынған. Киләсәктә комбинатта әҙер продукцияны киптереү бүлеге асыу, сырҙарҙы ҡаптарға тултырыу йыһаздарын яңыртыу көтөлә. Күләмле инвестиция проекты ҡулланыусыларҙы сифатлы һәм тәмле ризыҡтар , ә урындағы халыҡты яңы эш урындары менән тәьмин итеү өсөн ойошторолған.

Эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан башлығы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбдрәүеф Гәрәев менән осрашты. Легендар танкист Ғәбдрәүеф Сәләхетдин улы Польшаны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша.Варшава эргәһендәге бәрелештә ҡаһарман яҡташыбыҙҙың Т-34 экипажы дошман уты аҫтына эләгә. Ғәбдрәүеф Гәрәев тик госпиталдә аңына килә. 1945 йылда Еңеүҙе ул Минск ҡалаһы дауаханаһында ҡаршылай. Һуғыштан һуң Белоруссияны һәм Көнбайыш Украинаны Бандеровсыларҙан азат итеүҙә ҡатнаша.

Радий Хәбиров Ғәбдрәүеф Гәрәевты Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы менән тәбрикләп иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Төбәк етәксеһе ветеранға рәхмәт әйтеп сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләне . Радий Хәбиров киләһе йылға ветерандың 100 йәшен бергә билдәләү республика өсөн ҡыуаныслы ғорурлыҡ буласаҡ тип билдәләне .

Флорида Ким

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ